Ошоғаса кеҫә телефондарына ҡуйылған алфавиттарҙы файҙаланып башҡортса яҙышыуҙы (СМС, белешмә ырымдар) ҙур ҡыйынлыҡ менән башҡарып килдек. Сөнки был алфавиттарҙы ҡулланып башҡорт телендә хатаһыҙ яҙыу мөмкин түгел. Белеүебеҙсә, күптәр, тыуған телен вата-емерә булһа ла, телефонындағы рус алфавитын ҡулланып хәбәрләшә. Ошо хәлдән сығыу өсөн, беҙ Android системалы (тәү сиратта) смартфондары булғандар өсөн башҡортса (шулай уҡ — татарса) яңы клавиатуралар булдырҙыҡ.

Яңыраҡ ҡына беҙ Android өсөн тағы бер, күпкә уңайлыраҡ булған клавиатура сығарҙыҡ — Kika Keyboard. Йөкләгеҙ һәм SWYPE ярҙамында яҙыу уңайлығын тәмләп ҡарағыҙ!

Башкирская клавиатура для планшета

Tәүге мобиль клавиатура

Беҙҙең клавиатуралар билдәле Jbak keyboard программаһы нигеҙендә эшләнде һәм ошондай башҡа эштәрҙән стандарт клавиатураны ҡулланмау менән айырылып тора. Йәғни, уларҙы башҡа төр программалар эсендә яҙышҡанда ла ҡулланып була.

Логотипы Android и Jbak keyboard

Һүҙлек

Иң мөһиме — БДУ-ның компьютер филологияһы лабораторияһы төҙөгән 200 мең һүҙҙән торған һүҙлектең беҙҙең клавиатурала ҡулланылыуы. Һөҙөмтәлә — башҡорт һүҙҙәрен һөйләмдәргә ҡуйыу күпкә ябайлаша, текстар йыйыу тиҙләшә.

Лабораторияның сайты

Скриншот. Башкирская клавиатура с автоподстановкой

Башҡортса + урыҫса

Беҙҙең клавиатураны ЙЦУКЕН тәртибендә ҡуйылған рус клавиатураһы менән берлектә ҡулланып булғанлыҡтан, русса яҙғанда рус клавиатураһына күсеп тороуҙың кәрәге юҡ.

features_ba_ru
Татарса клавиатура ла беҙ урынлаштырған һүҙлек менән бергә ҡулланыла.

Авторҙар һәм рәхмәт һүҙҙәре

Башҡортса һәм татарса клавиатураларҙы мин (Илдар Кинйәбулатов) төҙөнөм.
Jbak keyboard программаһының авторы — Юрий Бакунин
Башҡорт теленең һүҙлеген БДУ-ның компьютер филологияһы лабораторияһы төҙөнө.
Татар телендәге — Рөстәм Кафеев менән мин.

Тағы ла Нурияғә, атайым менән әсәйемә, Эльвираға, Айратҡа, Регинаға рәхмәтемде белдергем килә.